Яңы йылға арналған кисә
Декабрь 30, 2020
Просмотров: 226
Үрге Таулыҡай мәктәбендә Яңы йылға арналған кисә булып үтте. Саф һауала үтеүе менән айырылып торҙо быйылғы байрам, ләкин уҡыусыларҙың күңеле төшмәне, шыршы тирәләй йырлап - бейеп, төрлө уйындар уйнап Яңы йылды ҡаршы алдылар. Уҡыусылар, уҡытыусылар матур сценарий әҙерләгәндәр. Балалар барыһы ла кейенеп килергә тырышҡан. Улар Ҡыш бабайға нәфис һүҙ һөйләнеләр, йырҙар йырланылар.
Хөрмәтле дуҫтар! Ер өҫтөнә аҡлыҡ-паклыҡ алып килгән Яңы йыл байрамы ҡотло булһын! Киләһе йылдың һәр көнө бәхет-шатлыҡ ҡына килтерһен. Атҡан таңдарҙың барыһы ла алһыу булһын. Тормош юлдарында шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар, ҡыуаныслы миҙгелдәр күп булһын!