1. Учителям
  2. Новости
  3. Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө

Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө

Сентябрь 4, 2020 Просмотров: 214

3 сентябрь Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә. Был Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында бынан 15 йыл элек – 2004 йылдың 1-3 сентябрендә булған ҡот осҡос хәлгә бәйле. Яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһынан һуң, террорсылар 1128 тотҡондо мина һалынған бинанан сығармай, уларҙың күбеһе балалар була. Ата-әсәләр, уҡытыусылар аманатлыҡҡа алынып, ике көн буйына уғата ауыр шарттарҙа – үлем менән йәшәү араһында була. Махсус операция һөҙөмтәһендә әсирҙәрҙең күпселеге азат ителә, әммә 314 кеше ҡорбан була, уларҙың 186-һы - балалар.

Хәҙер инде тап ошо көндә терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу акциялары ойошторола, шулай уҡ мәктәптәрҙә класс сәғәттәре үткәрелә. Үрге Таулыҡай мәктәбенең 1-9 – сы кластарында  тыныслыҡ сәғәте үтте. Беҙ уҡыусылар менән террористарҙың аяуһыҙлығы, яуызлығы тураһында боевиктарҙы юҡҡа сығарыуға күп күс һалған хәрбиҙәр тураһында һөйләштек, плакаттар, һүрәттәр  эшләнек. Класс сәғәттәрендә инструктаждар үткәрелде.