Милли аш-һыу көнө
Январь 26, 2023
Просмотров: 253
Башҡорт халҡының милли традицияларға бай аштар әҙерләү оҫталығы бик күптән килә. Күп быуаттарға һуҙылған тарих дауамында милли оригиналь аштар барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренә генә хас сифаттарҙы әлегә тиклем һаҡлағандар. Уларның үҙенсәлеге халыҡ тормошоноң ижтимағи, иҡтисади, тәбиғи шарттарына, уның этник тарихына бәйле.
Ошо матур традицияға таянып беҙҙең мәктәп тә #МоеНациональноеБлюдо флешмобында ҡатнашып, үҙ ҡулдары менән сәк -сәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. Улар бешергән ризыҡ бик уңып, тәмле булып беште. Һуңынан уҡыусылар үҙҙәре бешергән сәк- сәк менән тәмләп сәй эстеләр. Башҡа кластарҙа, ошо флешмобҡа ҡатнашып, класс сәғәттәре үткәрелде.