1. Учителям
  2. Новости
  3. Йәгеҙ әле, егеттәр!

Йәгеҙ әле, егеттәр!

Февраль 21, 2022 Просмотров: 518

Үрге Таулыкай мәктәбендә "Йәгеҙ әле, егеттәр!" конкурсы   үтте. Унда мәктәптең   7-9-сы  класс уҡыусылары ҡатнашты. Егеттәр бында үҙҙәрен төрлө яҡлап һынай алды.  Турникта тартылыу, сафта үҙеңде тотоу, автоматты йыйып-һүтеү кеүек ярыштар бөтәһен дә сәмләндерҙе. Спорт яратҡан уҡыусылар һис тә юғалып ҡалманы, киреһенсә, көйәрмәндәргә күтәренке байрам кәйефе бүләк итте. Йәштәрҙең ошолай илһөйәр рухлы, тормошҡа әүҙем ҡарашлы булыуҙары маҡтауға лайыҡ.