1. Ученикам
  2. Новости
  3. ӘЛИФБА БАЙРАМЫ

ӘЛИФБА БАЙРАМЫ

Апрель 13, 2021 Просмотров: 292

ӘЛИФБА. Кескәйҙәрҙе уҡырға ла, яҙырға ла өйрәткән, уларҙың артабанғы белемдәренә юл ярыусы ишек ул мөғжизәле әлифба.

Мәктәптә үткәрелгән "Рәхмәтлемен һиңә, әлифба!" тип аталған бик матур, бай йөкмәткеле  байрам сараһында булыу бәхете насип булды беҙгә кисә. Байрам әлифбаға рәхмәт йыры йырлауҙан башланып, артабан төрлө концерт номерҙарын үҙ эсенә алды.

М.С. Яхина уҡыусыларын уҡып-яҙырға өйрәтеүҙән тыш, һәр баланың һәләтен күреп асырға һәм ошо һәләтте үҫтереү өсөн тырышҡанлығын, балалар һәр концерт номеры аша иҫбат итеп барҙылар. Ата-әсәләр балаларҙың дәртле йырҙарын, шиғырҙарын тыңлап, заманса бейеүҙәрҙе, инструменталь ансамбльдең сығышын, сәхнәләштерелгән әкиәтте ҡарап ҡыуанды. Ул ғына ла түгел, уҡыусылар хатта бик матур, моңло итеп мөнәжәт тә йырлап күрһәттеләр. Әмирҙең сүрә ятлауы был байрамға тағы ла йәм өҫтәне.

Тырыш кескәйҙәр  мәктәптә, районда үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып 1 се урын, Гран -при, йә булмаһа призлы урындар алып, уҡытыусыларын да, ата әсәләрен дә ҡыуандырып торалар. Был, әлбиттә, Миңдинур Сафарғәли ҡыҙының тырыш эш һөҙөмтәһе.

Шулай уҡ байрамда уҡыусылар үҙҙәрен зирәклектә, өлгөрлөктә һынап ҡарап,төрлө ребустар, башватҡыстар систе.

Байрам аҙағында мәктәп администрацияһы уҡыусыларға уңыштары өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Күңелле генә сара ата -әсәләргә лә, балаларға ла бик оҡшаны. Хөрмәтле Миңдинур Сафарғәли ҡыҙы, балаларыбыҙҙы уҡып--яҙырға өйрәтеүегеҙ, сәнғәт яғынан һәләттәрен үҫтетергә көс һалыуығыҙ, хеҙмәткә һөйөү, ололарға ололарса ихтирамлы ҡараш тәрбиәләүегеҙ өсөн Ҙур рәхмәт Һеҙгә.

Артабанғы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Ата-әсәләр исеменән Альбина Баййегетова.

ӘЛИФБА.pdf

Открыть Скачать (Размер 347 Kb) Тип файла: pdf