1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башланғыс кластар аҙналығы

Башланғыс кластар аҙналығы

Апрель 8, 2021 Просмотров: 362

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙаҡ йәшәү йылы сиктәрендә "Уйнайыҡ та көләйек, булайыҡ беҙ сәләмәт" исеме аҫтында Таулыҡай ауылы мәктәбендә лә 5 апрелдән 15 - нә тиклем башланғыс кластар аҙналығы иғлан ителде.

Һәм бөгөн 1 - 4 синыф уҡыусылары араһында "Спорт беҙҙең дуҫыбыҙ " тип аталған күңелле ярыш булып үтте. Ярышты физкультура уҡытыусыһы Ғ.З. Баййегетов бик күелле итеп үткәрҙе.

Балалар 3 командаға бүленеп үҙҙәренең спорт яғынан һәләттәрен һынап ҡаранылар: йүгерҙеләр, арҡан тартыштылар, төрлө күнегеүҙәр эшләнеләр. Класс етәкселәре уларҙы дәртләндереп ултырһа, жюри ағзалары иһә уларҙың һәр ярышын ҡарап, баһалап барҙы, ярыш һуңынан урындар билдәләне.

Мәктәп директоры Р.А. Салихов уҡыусыларға бөгөнгө ярышта актив, ихлас ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм артабан да спорт менән дуҫ булырға өндәне.