1. Ученикам
  2. Новости
  3. Ата-әсәләр йыйылышы

Ата-әсәләр йыйылышы

Апрель 18, 2024 Просмотров: 1160

17 апрель көнө Үрге Таулыҡай, Сыңғыҙ мәктәптәрендә дөйөм ата-әсәләр йыйылышы уҙҙы. Ул балалар араһында деструктив тәртипһеҙлектәрҙе профилактикалауға арналды. Йыйылыш планы буйынса бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ағзаһы Йосопова Лина Ринат ҡыҙы, Республика йәштәр психология үҙәгенең көньяҡ филиалы мөдире Мукаева Эльвира Ирек ҡыҙы сығыш яһанылар. Бөтә төр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, комендант сәғәтен иҫәпкә алыу, балаларға уларҙы аңлатыу, балаларҙың насар ғәҙәттәре өҫтөндә эш алып барыу кеүек һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ мәктәп тормошо тураһында мәктәп директоры Имамбаев Рифат Рәшит улы мәғлүмәт менән таныштырҙы. Имтихан алдынан үҙеңде нисек тотоу, килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын билдәләү һәм башҡа һорауҙар буйынса сығарылыш класс менән психолог эшләне. Йыйылыш аҙағында ата-әсәләр үҙҙәренең һорауҙарын бирҙеләр, тәҡдимдәрен белдерҙеләр. Йыйылыштың ҡарары ҡабул ителде һәм тауышҡа ҡуйылды.