Осрашыу
Һәр төбәк үҙенең быуаттар буйына һаҡланған тарихи-мәҙәни мираҫы, берҙәмлеге һәм, бигерәк тә, арҙаҡлы шәхестәре менән көслө. Оло ихтирам менән районыбыҙҙың ғорурлығы булған яҡташтарыбыҙ – күренекле дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаров, тарихсы-ғалим Әнүәр Әсфәндиәров, билдәле композитор Хөсәйен Әхмәтов, фольклорсы-ғалим Салауат Ғәлин иҫтәлегенә арналған ҙур саралар үтте (районда). Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған ошондай кисә Сыңғыҙ ауылында ла үтте. Кисәлә мәртәбәле ҡунаҡтар - З. Аҡназаровтың улдары Камил һәм Фәнил Аҡназаровтар, БДУ профессоры, яҡташыбыҙ Мирас Иҙелбаев, ҡурайсы, фольклорсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов сығыш яһаны. Ҡунаҡтарҙы балалар ҡурай моңо менән ҡаршы алды. Улар (яҡташтарыбыҙ) Х. Әхмәтов исемендәге музей менән танышты. Осрашыу барыһына ла оҡшаны.