Мостай Кәрим - илебеҙҙең йәме
Октябрь 21, 2019
Просмотров: 139
19 октябрь Үрге Таулыҡай ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә һәм Буранбай, Сыңғыҙ филиалдарында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған этношәмбе үтте. Башта 4-9 - сы класс уҡыусылары, уҡытыусылар кластарға бүленеп, тоталь диктант яҙҙылар. Аҙна барышында уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, инша яҙҙылар, Мостай Кәрим әҫәрҙәренә һүрәттәр төшөрҙөләр, күргәҙмә ойошторолдо. Кисәнең икенсе өлөшөндә "Мостай Кәрим - илебеҙҙең йәме" исемле бай йөкмәткеле кисә үткәрелде. Кисәне тел уҡытыусылары Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы һәм Рәзидә Зәбир ҡыҙы матур итеп алып барҙы. Мәктәп директоры Рауил Әхмәҙиә улы етәкселегендәге жюри ағзалары уҡыусыларҙың сығыштарын баһалап ултырҙылар. 1- се кластан алып 9-сы класка тиклем уҡыусылар бик оҫта итеп шиғырҙарын һөйләнеләр, илһамланып әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙеләр. Кисә Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған "Уҡытыусыма" йырын бөтә мәктәп коллективы башҡарыу менән тамамланды.