1. Ученикам
  2. Новости
  3. 1 октябрь - Ололар көнө

1 октябрь - Ололар көнө

Октябрь 1, 2019 Просмотров: 268
Ғүмер буйына халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт, ҡыуаныс, тәм, йәм табып йәшәүсе, Таулыҡай мәктәбендә балалар тәрбиәләүгә бөтә көстәрен, йәшлектәрен биреүсе Хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы 1 октябрь - Ололар көнө менән ҡотлап, мәктәптә бик матур сара үтте. Уҡыусылар тарафынан монтаж, концерт күрһәтелде. Мәктәп директоры Рәүил Әхмәҙиә улы Сәлиховтың ҡотлау һүҙҙәренән һуң, ветерандарыбыҙ уҡыусыларға үҙҙәренең матур теләктәрен еткерҙеләр. Артабан сара сәй табыны артында дауам итте. Ветеран уҡытыусыларыбыҙ мәктәптә эшләү дәүерендәге матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Байрамды үткәреүҙә ярҙам күрһәткән уҡытыусыларға, тәмле аштары менән һыйлаған ашнаҡсыларға ҙур рәхмәттәрен белдерҙеләр. Уларға байрам күстәнәстәре таратылды. Байрамдан ҡыуанып таралыштылар.