1. Ученикам
  2. Новости
  3. II асыҡ республика фәнни-әҙләнеүҙәр эше конкурсының йомғаҡлау тантанаһы

II асыҡ республика фәнни-әҙләнеүҙәр эше конкурсының йомғаҡлау тантанаһы

Апрель 18, 2019 Просмотров: 194

9 апрель көнө баш ҡалабыҙ Өфөлә II асыҡ республика фәнни-әҙләнеүҙәр эше конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Был тантанаға еңеүселәр һәм уларҙың етәкселәре саҡырылды.

Башҡортостан Республикаһының һәм Башҡортостан Республикаһы архивтар хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған “Башҡортостан тарихы шәхестәр аша: генеалогик аспекты” II асыҡ республика фәнни-әҙләнеүҙәр эше конкурсында Тыуған яҡтың һәм уның билдәле шәхестәрен  ентекле өйрәнгән өсөн Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары Яхина Шәүрә (VIII класс) һәм Яхина Мәҙинә (VII класс) Диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнделәр . Етәксеһе  Баййегетова Г.Т., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Эҙләнеү эшенең темаһы “Остаздарын да остазы Хәлил хәҙрәт Рәхимов”.