1. Ученикам
  2. Новости
  3. Алтын көҙҙөң-алтын уңышы

Алтын көҙҙөң-алтын уңышы

Ноябрь 19, 2018 Просмотров: 214

16 ноябрь көнө беҙҙең мәктәптә “Алтын көҙҙөң-алтын уңышы” исемле бай йөкмәткеле көҙгө бал кисәһе үтте. ”Листопад” (5 кл.), ”Баклажан” (6кл.), ”Листопад” (7кл.), ”Миләш” (8 кл.), ”Банан” (9 кл.) командалары үҙ-ара төрлө конкурстарҙа көс һынашты. Команда менән таныштырыу, көҙгө уңыш йыйыу, йомаҡтар сисеү, «Ғаилә йылы»на арналған көҙгө композицияны яҡлау, бешерелгән икмәк ризығына реклама яһау, ”Шалҡан” әкиәтен сәхнәләштереү, концерт номерҙары кеүек конкурстарға уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик етди әҙерләнгән.

Конкурстарҙы мәктәп директоры Салихов Р.Ә., информатика уҡытыусыһы Баййегетов У.Н., тарих уҡытыусыһы Имамбаев Р.Р. баһаланы. 5-6 кластар араһында-I урынды-5 класс, II урынды-6 класс яуланы. 7-9 кластар араһында I урынды - 8 класс,II урынды - 9 класс, III урынды -7 класс уҡыусылары яуланы.

Байрамды башланғыс класс уҡытыусылары Яхина М.С. һәм Моталапова Р.Р. бик дәртле алып барҙы. Матур байрам өсөн уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла ижади уңыштар, оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Афарин!