Түбәнге Яйыҡбай ауылына сәйәхәт
Был ауыл халҡы, ысынлап та, дәртле! Был ауылда иң-иң ойоштороусылар! Бала саҡтан бөгөнгәсә күпме экскурсияларҙа булырға тура килде.Әммә ләкин бөгөнгө сәйәхәт — иң-иңе!!!...
...Тап ошондай уйҙар тыуҙы бөгөнгө экскурсиянан. 2020 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеп сыҡҡан, Түбәнге Яйыҡбай ауылынан. Конкурста ҡатнашыу осоронда ауыл тормошон, унда үткән бик күп саралар тураһында ошоға тиклем интернет биттәрендә күҙәтеп барһаҡ, бөгөн маҡсатлы, тырыш халҡы менән осрашып, аралашыу бәхете насип булды.
Ҡунаҡсыл, дәртле ауылдың бөгөнгө ҡунаҡтары — Таулыҡай ауылы мәктәбенең 2-се класс уҡыусылары, класс етәксеһе, ошо ауыл ҡыҙы, Миңдинур Сәфәрғәли ҡыҙы Яхина һәм ата-әсәләр.
Тәбиғәт ҡосағы. Аш-һыу. Уйындар. Ғәҙәттә, экскурсиялар ошо юҫыҡта үтә. Ошоно күҙаллап барған балалар һәм ата-әсәләр бөгөнгө сәйәхәттән шул тиклем яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтты. Сөнки беҙҙе бында сюрприз көтә ине.
Матур йолаға ярашлы, сәйәхәтебеҙ мәсеткә барыуҙан башланды. Ауылдың имам-хатибы Рәмил Сәфәрғәли улы беҙҙе бик йылы ҡабул итте.
Ул 200 йыллыҡ тарихы булған мәсет менән таныштырҙы, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.
Икенсе туҡталыш — мәҙәниәт йорто.
Ауылдағы «Еңгәйҙәр» ансамбленең дәртле таҡмаҡтары, ағалы ҡустылы Рәмил һәм Рәил Хәсәновтарҙың ҡурайҙа уйнауы барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде.
Ауыл тормошон, халҡының көнитмешен күҙәтеп барған, ауылым, тип янып-көйөүсе, уны киң мәғлүмәт сараларына сығарыусы Рәүилә Сәфәрғәли ҡыҙы бик ентекле, матур итеп ауыл тарихы, үткән саралар тураһында һөйләне.
Бәләкәй генә мәҙәниәт йорто. Әммә бик күп файҙалы мәғлүмәттәрҙе үҙенә туплаған ул!!!!
3-сө туҡталыш. Спорт-һауыҡтырыу мәҙәни комплексы. Республикала берҙән-бер проект! Был комплекс «РЕМ Строй центр» ойошмаһы (директоры Рафаэль Ибраһим улы Исмәғилев) тарафынан төҙөлгән.
Майҙансыҡта балалар рәхәтләнеп уйнаны, ауыл халҡы әҙерләгән концертты ҡараны, үҙҙәре лә йыр һәм шиғырҙар һөйләне.
4 се һанлы туҡталыш — Зөһрә суҡыһы тауы. Йәмле тәбиғәт ҡосағында Баяс батырға асылған стелла.
Рәмил Хәсәнов ҡунаҡтарға Баяс батыр тураһында бик ентекле һөйләне.
Ҡышын 40 градус һыуыҡта ла туңмаған «Апай шишмәһе» атамаһының килеп сығышы һәр кемде ҡыҙыҡһындырҙы. Сылтырап аҡҡан шишмә һыуының тәмлелеге!!!
Экскурсия сәй табыны, төрлө уйындар менән тамамланды.
Бәләкәй генә ауыл. Әммә иҫ китмәле дәртле, актив, ҡунаҡсыл, ауылдың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып көйөүсө Яйыҡбайҙарға һоҡланмау мөмкин түгел!!! Сәйәхәт тураһында ҡыҫҡаса яҙҙым. Ә алған тәъҫораттар шул тиклем!!!! Балаларыбыҙға, ата әсәләргә ошондай матур ял сәғәттәре бүләк итеүҙе ойоштороусы класс етәксебеҙ М.С. Яхинаға, автобус менән тәъмин итеүсе мәктәп директоры Р.Р. Имамбаевҡа, водитель Р.Уразбаевҡа һәм әлбиттә,беҙҙе матур итеп ҡаршы алып, ауыл буйлап экскурсия ойоштороусы ауыл активтары Рәмил, Рәил, Рәүилә Хәсәновтарға, «Еңгәйҙәр» ансамбленә.
Бөгөнгө дәртегеҙ һүнмәһен! Тап һеҙҙең ишеләр — ауыл тотҡаһы! Тап һеҙҙең ишеләр — ауыл киләсәге!
Альбина Баййегетова.