1. Учителям
  2. Новости
  3. Обмен опытом

Обмен опытом

Ноябрь 6, 2019 Просмотров: 72

«Мәғариф» милли проекты белем биреүҙең сифатын күтәреү менән бергә уҡыу учреждениеларында уңайлы шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Милли "Мәғариф" проекты сиктәрендәБаймаҡ районының дүрт мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» асылды. Ошо проект арҡылы мобиль интерактив комплекстар, 3D-принтерҙар, медицина тренажерҙары менән кешегә тәү ярҙамды күрһәтергә өйрәнер өсөн манекендар, «Лего» конструкторҙары менән тулыландырылған. 
Көҙгө каникул осоронда Үрге Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай мәктәптәре уҡытыусылары тап ошо яңылыҡтар менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Темәс урта мәктәбенә ҡунаҡҡа барҙы. Унда беҙҙе шат, ихлас күңел менән мәктәп директоры Марат Юлай улы Әүәлбаев ҡаршы алды. Сәфәр Темәс башланғыс класс филиалы менән танышыуҙан башланды. Артабан төп мәктәптә беҙгә ике яңы класты күрһәттеләр. Уларҙа дәрестәр федераль программа буйынса үткәреләсәк. Был кабинеттарҙа балаларға командала эшләргә, фекерҙе дөрөҫ еткерергә, креатив идеяларҙы үҫтерергә һ.б. өйрәтәсәктәр, шахмат уйнарға, мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштерергә мөмкин. Был турала беҙгә Мирза Дауыт улы ентекле белешмә бирҙе. 
Был заманса кабинеттар көн дә, тулы көскә ҡулланылһын, ауыл балаларының үҫешенә ысын мәғәнәһендә этәргес көс булһын инде.
Ошондай матур сарала бөтә эштәрен ташлап, беҙҙе матур итеп ҡаршы алған Темәс мәктәбе коллективына, ошо осрашыуҙы ойошторған директорыбыҙ Рауил Әхмәҙиә улы Сәлиховҡа ҙур рәхмәт!

Обмен опытом.pdf

Открыть Скачать (Размер 94 Kb) Тип файла: pdf