Ата-әсәләр йыйылышы
6 апрель көнө мәктәптә дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үткәрелде. Йыйылыш планы буйынса бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ағзаһы Йәнбирҙин Ильнар Илгиз улы, Республика йәштәр психология үҙәгенең көньяҡ филиалы мөдире Мукаева Эльвира Ирек ҡыҙы, участка уполномоченныйы Мирзаянова Яҙгөл Радик ҡыҙы сығыш яһанылар. Бөтә төр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, балаларға уларҙы аңлатыу, балаларҙың насар ғәҙәттәрен, телефонға бәйлелектәрен бөтөрөү өҫтөндә эш алып барыу кеүек һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ мәктәп тормошо тураһында мәктәп директоры Имамбаев Рифат Рәшит улы мәғлүмәт бирҙе. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе Сәйетова Зимфира Сәғәҙәт ҡыҙы вейп тураһында доклад менән сығыш яһаны. Йыйылыш аҙағында ата-әсәләр үҙҙәренең һорауҙарын бирҙеләр, тәҡдимдәрен әйттеләр. Йыйылыштың ҡарары ҡабул ителде һәм тауышҡа ҡуйылды.