1. Ученикам
  2. Новости
  3. Мәктәп һабантуйы - 2021

Мәктәп һабантуйы - 2021

Май 31, 2021 Просмотров: 177
1 июнь  Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Ошо уңай менән Таулыҡайҙа Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылында йәшәүсе балалар өсөн матур сара — мәктәп һабантуйы үткәрелде.

Иртәнге матур йәйҙе тағы ла йәмләп, һабантуй буласаҡ туғайҙа йыр-моң яңғыраны. Аллы-гөллө кейенгән кескәйҙәр байрам үтәсәк ике Таулыҡай араһындағы туғайға йыйылышты. Мәктәп директоры Рауил Әхмәҙиә улы Салихов балаларҙы байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Йыл дауамында уҡыу, спорт, мәҙәни сараларҙа, район, республика конкурстарында һәр саҡ призлы урындар алған тырыш уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар тапшырҙы. 

Байрамды йәмләп, матур концерт программаһы дауам итте. Сәхнәнән бейеү, йыр-моң өҙөлмәне. Балалар батуттарҙа, каруселдә өйөрөлдө. Ә инде йомортҡа менән йүгереү, күҙ бәйләп нәмә ҡырҡыу, арҡан тартышыу, тоҡ менән "һуғышыу", ҡул көрәштереү кеүек ярыштар һәр баланың күңеленә хуш килде. Балалар һәр ярыштан бүләктәр алып ҡыуанды.

Элек-электән һабантуйҙа иң төп ярыш төрө — ҡолғаға менеү һәм милли көрәш һаналған. Был көндө лә килгән ҡунаҡтар өсөн ошо ярыштар иң ҡыҙыҡлыһы булғандыр. Шулай булмай ни! Ҡолғаға бәйләнгән тәкәнең һәм көрәштә еңеүсе батырға ла әҙерләнгән шәп бүләк — тәкәне кемдең генә алғыһы килмәһен инде! Сәмле, ҡыҙыу барған был ярыштарҙан һуң көрәштә Таулыҡай ауылынан Айсар Мазһаров еңеүсе булһа, ҡолғаға менеп, тәкәне етәкләп төшөүҙә Сыңғыҙ ауылы егете Ғәзинур Рәжәповҡа етеүсе булманы.

Мәктәп ашханаһы апайҙары балаларҙы тәмле былау һәм компот менән һыйланы. Шулай уҡ сауҙа нөктәләре лә эшләне.
Ата-әсәләр исеменән балаларға байрамдары уңайынан ошондай матур сараны ойоштороусылар Таулыҡай ауыл советы депутаты Ғ.М. Уморҙаҡовҡа, мәктәп директоры Р.Ә. Сәлиховҡа, спонсор ярҙамы күрһәтеүсе Р.Р. Раевҡа, М.Ә. Оморҙаҡовҡа, И.Ғ. Баййегетовҡа, А.Ә. Йосоповҡа, Андрей Юлғотлинға һәм матур сараға үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.