Һаулыҡ көнө (23.01.2021)
Январь 24, 2021
Просмотров: 198
Үрге Таулыҡай мәктәбендә «Һаулыҡ көнө» сиктәрендә Иркәш тауына экскурсия үткәрелде. Сарала уҡыусылар әүҙем ҡатнаштылар. «Һаулыҡ – ҙур байлыҡ» тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен был сара тағы бер мәртәбә иҫбат итте.
Уҡыусылар ҡышҡы тәбиғәт ҡосағында саф һауа һулап, иптәштәре менән күңелле итеп аралашып, кәйефтәрен күтәреп ҡайттылар.