1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теле йылына арналған отчет

Башҡорт теле йылына арналған отчет

Декабрь 15, 2020 Просмотров: 206

Республика башлығы Р.Ф. Хабиров указына ярашлы, Үрге Таулыҡай мәктәбе һәм филиалдарында Башҡорт теле йылына арналған план ҡабул ителде. Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелгән тантанаға 27 февраль көнө Үрге Таулыҡай мәктәбе коллективы ата-әсәләрҙе, ауыл биләмәһе депутаттарын, Сыңғыҙ, Буранбай ауылы халҡын да саҡырғайны. Райондың ветерандар советы рәйесе Әхмәтова К.Ә., мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Йыһаншина Г.Х. һәм мәғариф бүлеге методисы Мәмбәтова Н.Х. ҡатнашҡан был оло сарала уҡыусылар үҙҙәренең шиғыр һөйләүгә, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте. Милли кейемдәге балалар үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы: 7 ырыу тарихына байҡау яһанылар, халҡыбыҙ батырлығына, телебеҙ бөйөклөгөнә дан йырланылар.
Мәктәп директоры Сәлихов Р.Ә., уҡыусыларҙың төрлө йүнәлештәрҙәге еңеүҙәре хаҡында һөйләп, ата-әсәләр менән һаман да ошолай бергә эшләп, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өмөтләнеүҙәре хаҡында әйтеп үтте.
         Планға ярашлы башҡорт теле йылына бағышлап тантаналы линейка, викторина, шиғырҙар бәйгеләре ойошторолдо. Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән башҡорт теленән диктант яҙыу сараһында уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, ата-әсәләр әүҙем ҡатнашты. Февраль айында Туған тел көнө үткәрелде. Ул көндө З.Биишева, Р.Ғарипов,Б.Бикбай, Л.Абдуллинаның  туған тел тураһындағы шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе үткәрелде.Уҡыусылар был көндө туған телгә арнап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.

Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы башҡорт телендә иншалар, һүрәттәр, шиғырҙар бәйгеләрен  онлайн форматта үткәрҙек. Видеоролик формаһында “Үлемһеҙ полк” акцияһы  ойошторолдо. Был сарала бөтә уҡыусылар ҙа  дәррәү ҡатнашты.