1. Ученикам
  2. Новости
  3. Сыңғыҙ мәктәбенә - "зәңгәр яғыулыҡ"

Сыңғыҙ мәктәбенә - "зәңгәр яғыулыҡ"

Октябрь 21, 2020 Просмотров: 155

Республика көнөндә Сыңғыҙ ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе – урындағы мәктәп "зәңгәр яғыулыҡ" менән йылытыуға тоташтырылды. Тантанала район башлығының иҡдисад буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Фуат Сәйетов, Таулыҡай мәктәбе директоры Рауил Салихов ҡатнашты.

- Районда тәбиғи газ үткән бар ауылдарҙа ла мәктәптәр "зәңгәр яғыулыҡ"ҡа тоташтырылды, Сыңғыҙ - 14-сеһе, - тине Илдус Зәйнуллин. - Быға ҡәҙәр мәктәпте йылытыуға йылына 500 кубометр утын китә ине. Хәҙер тәбиғи газ күп мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарасак.
Районда газ селтәре һуҙыу дауам итә, тимәк, башҡа мәктәптәргә лә был ҡыуаныс ҡилеп етер, тип ышанайыҡ. Уҡыусылар уңайлы шарттар булған белем усаҡтарында уҡырға тейеш.

Мәғариф бүлеге начальнигының һүҙен йөпләп Динар Хисмәтуллин:
"Ауылда тәбиғи газ булып та, уға тоташтырылмаған мәктәп ҡалманы, - тине.

- Республиканың суверенитет яулауына 30 йыл, Баймаҡ районының ойошторолоуына 90 йыл тулған көн Сыңғыҙ ауылы халҡы өсөн тағы бер мөһим ваҡиға менән тарихҡа инде".

Артабан мәктәпте тәбиғи газға тоташтырыуҙа ярҙам күрһәтеүселәргә район хакимиәтенең һәм мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ә сыңғыҙҙар был шатлыҡлы ваҡиғаны йырҙарға һалып, рәхмәттәрен белдерҙе. Ауылдың ағинәйҙәре һәм мәктәп коллективының ҡатын-ҡыҙҙар ансамблдәре, уҡыусылар сарала ҡатнашыусыларға матур концерт номерҙары бүләк итте.

Хөсәйен Әхмәтов исемен йөрөткән Сыңғыҙ мәктәбе - билдәле шәхестәр тәрбиәләгән белем усағы. Композитор Хөсәйен Әхмәтов, тарихсы ғалим Әнүәр Әсфәндиәров, яҙыусы, тарихсы Рамаҙан Үтәғолов, бейеү алиһәһе Рәшиҙә Туйсина, композитор Нәбиулла Мөстәҡимов, яҙыусы Әхмәр Үтәбаев, билдәле йырсылар Радмир һәм Рәмил Туйсиндар, Флүрә Аллаярова һәм башҡалар Сыңғыҙ ауылының ғына түгел, райондың һәм республиканың да ғорурлығы.

- Ауылда йәшәүселәрҙең береһе лә мәктәп тормошонан ситтә калмай, - тип шатлығы менән уртаклашты мәктәп филиалы директоры Рәйлә Солтангилдина.

- Уҙған йылда "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы"нда ҡатнашып, мәктәпкә евротәҙрәләр ҡуйҙырҙыҡ. Йылы бәҙрәф эшләнде. Ашхана 1-се ҡатҡа күсерелде. Бөгөнгө тантана уңайынан урындағы эшҡыуарҙар тәҙрәләргә гардин һәм селтәр бүләк итте. Ленин исемендәге АХК ла һәр саҡ булышлыҡ итергә әҙер. Барлыҡ сараларҙа ла ауылдаштарыбыҙҙың ярҙамын тоябыҙ. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр бер команда булып эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Шунлыҡтан мәктәп уҡыусылары ла беҙҙе уңыштары менән һөйөндөрә.

Сыңғыҙ уҡыусыларының яңы ҡаҙаныштары беҙҙе тағы ла һөйөндөрөр әле, тигән ышаныста ҡалабыҙ!

Лилиә ТАКАЕВА (Һаҡмар, №83, 16.10.2020).