1. Ученикам
  2. Новости
  3. 19 апрель Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

19 апрель Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә

Апрель 19, 2024 Просмотров: 1352

19 апрель Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Рәсми рәүештә 2020 йылдан апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе аҙнаһында үткәрелә. Был көндө һәр кем үҙенең милли кейемен, йә уның берәй элементын күрһәтә ала.

Һәр халыҡ үҙенең традициялары менән көслө. Милли кейем — өҫ кейеме генә түгел, ә халыҡтың мәҙәниәте, тарихы, йолалары һәм көнкүреше сағылышы. Рухи- мәҙәни мираҫты һаҡларға ярҙам итә.

Үрге Таулыҡай, Сыңғыҙ һәм Буранбай мәктәптәре лә "Милли кейемдә уҡыйбыҙ" акцияһына ҡушылды. Был сара туған халыҡтың мәҙәниәте һәм традицияларына ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерергә, тыуған яҡ менән ғорурланыу тойғоһо барлыҡҡа килеүгә, халыҡ оҫталары хеҙмәтенә хөрмәт тәрбиәләргә ярҙам итә.