1. Ученикам
  2. Новости
  3. 1 сентябрь - Белем көнө

1 сентябрь - Белем көнө

Сентябрь 4, 2020 Просмотров: 210

Таулыҡай  мәктәбендә 1 сентябрь Белем байрамына арналған тантана үтте. Быйылғы уҡыу йылының үҙенсәлектәренә ярашлы 1 - се класс һәм дә 9-сы класс уҡыусылары өсөн байрам тантаналары айырым-айырым үткәрелде.

Сығарылыш уҡыусыларына алмашҡа 1 синыфҡа 11 бала уҡырға килде. Уларҙың тәүге уҡытыусыћы –Яхина Миндинур Сәфәрғәле ҡыҙы.Байрам тантанаһына оло мәртәбә өҫтәп  район мәғариф бүлегенән Сирбаева Айгөл Әнүәр ҡыҙы ла ҡатнашты.
Мәктәп директоры  Сәлихов Рауил Әхмәҙиә улы үҙенең ҡотлау телмәрендә уҡыусыларға быйылғы уҡыу йылының тағы ла уңышлыраҡ булыуын, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Былтырғы уҡыу йылының йомғаҡтары менән таныштырып үтте.

Саҡыра, тағын саҡыра
Ҡыңғырау синыфтарға.
Бөгөнгө – Белем көнөнән
Уҡыу йылы башлана.

Беренсе ҡыңғырау биреү хоҡуғы 1 кластан  Исхаҡова Рәзинәгә , ә сығарылыш уҡыусыларынан  Яхина Мәҙинәгә бирелде.
Артабан уҡыусылар өсөн быйылғы уҡыу йылының тәүге дәресе “Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө!” исемле аҫтында үткәрелде. Башҡортостан Республикаһының башлығы Р.Ф.Хәбиров үткәргән онлайн дәрес яңы уҡыу йылына старт булды.

1 сентября.pdf

Открыть Скачать (Размер 495 Kb) Тип файла: pdf