Онлайн смена эшен дауам итә
Йәй етеү менән, уҡыусыларҙың көтөп алған каникулдары башлана. Төрлө йүнәлештәге лагерҙар ҙа үҙ эштәрен башлай. Ләкин, илдәге эпидемиологик хәл сәбәпле, беҙ быйылғы йылда балаларҙың ялын онлайн формала үткәрергә мәжбүр булдыҡ.
3 августан мәктәптәрҙә онлайн - сменалар үҙ эшен башланы. Тәү ҡарашҡа мәшәҡәтле һымаҡ булып тойолһа ла, уҡыусылар бик теләп ҡатнашалар. Беҙҙең Үрге Таулыҡай мәктәбе, Буранбай, Сыңғыҙ мәктәптәре филиалдарында онлайн - сменала барлығы 20 бала шөғөлләнә. Лагерь етәкселәре Моталлапова Рима Ришат ҡыҙы, Үтәбаева Альбина Әҙәһәм ҡыҙы, Гөлбәйетова Гөлкәй Ғилмитдин ҡыҙы балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн барлыҡ көстәрен һала.
Лагерҙың һәр иртәһе иртәнге зарядканан башлана. Балалар өсөн презентациялар, квиз-плиздар, ярыштар үткәрелә. “Республикабыҙ брендтары” проекты сиктәрендә балалар ижади сығыштар әҙерләне. Башҡорт балы, ҡурай, ҡымыҙ тураһындағы сығыштары күңелгә хуш килде. Шулай уҡ эшҡыуарҙар менән танышыу ҙа уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Мәҫәлән, Сыңғыҙ ауылында өс йүнәлештә (малсылыҡ, игенселек, һөтсөлөк) эш алып барыусы крәҫтиән – фермер хужалығы эшҡыуарҙары Зәлиә һәм Нияз Уразбаевтарҙың хужалығы менән таныштылар.
Лагерь онлайн – смена тип аталһа ла, унда офлайн режимда ла саралар ҡаралған. Тҽмәс ауылында урынлашҡан крайҙы өйрәнҽү музҽйына сәйәхәт уҡыусылар күңҽлҽндә онотолмаҫлыҡ тәҫьораттар ҡалдырҙы. Музҽйҙа урынлашҡан һәр экспонатты улар ҙур ҡыҙыҡһыныу мҽнән күҙәттҽ, тарихтары мҽнән танышты. Уҡыусыларҙа бигерәк тә этнографик коллекция һәм дә тарихи шәхестәрҙең балауыҙ һындары, патефон ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.Уҡыусылар был сәйәхәттән бик ҡәнәғәт ҡалдылар.
"Нҽптун" көнөн иһә беҙ Талҡаҫ күле буйында үткәрҙҽк. Уҡыусылар рәхәтләнҽп һыу индҽләр, ҡомда ҡыҙындылар, төрлө уйындар уйнанылар. Бөтмәҫ көс-дәрт алып, илһамланып ҡайттыҡ был сәфәрҙән дә. Беҙҙе алып йөрөгән водителдәребеҙ Әсмәндиәров Илгиз Рафиҡ улына, Туйсин Мөбәрәк Рысмөхәмәт улына, мәктәп етәкселегенә ҙур рәхмәтлебеҙ.