Бөйөк Еңеүгә 75 йыл!
9 майҙа илебеҙҙә һәм тотош донъяла бөйөклөгө һис ҡасан онотолмаясаҡ мөһим көн билдәләнде. 75 йыл элек ҡаһарман һалдаттарыбыҙҙың батырлыҡтары һәм тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр тырышлығы ярҙамы менән ҙур юғалтыуҙар кисереп, беҙҙең халыҡ Бөйөк Еңеү яуланы. Ошо мәртәбәле сара айҡанлы Үрге Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары төрлө акцияларҙа, конкурстарҙа актив ҡатнашты. «Хәтер баҡсаһы», «Еңеү открыткаһы», «Наследники Победы», «Минең геройым», «Еңеү тәҙрәләре» кеүек акцияларҙа уҡыусылар ситтә ҡалманылар. «Үлемһеҙ полк» акцияһы он-лайн рәүештә үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, уҡыусылар уға дәррәү ҡушылды. Обелискыға венок һалыу тантанаһы ла булды.
Бөйөк Еңеүебеҙ хаҡында иҫтәлек быуаттарҙан быуаттарға нығыһын, ерҙәге изге ихтыярлы кешеләрҙең барыһын да берләштерһен, Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән батырҙарға мәңгелек дан! Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм бәхет!