1. Ученикам
  2. Новости
  3. Сыңғыз балалар баҡсаhы тәрбиәләнеүселәре 6 март көнө ҡатын-ҡыҙҙар байрамына ауылыбыҙҙың ағинәйҙәрен, үҙҙәренең өләсәй-ҡартәсәйҙәрен саҡырҙы

Сыңғыз балалар баҡсаhы тәрбиәләнеүселәре 6 март көнө ҡатын-ҡыҙҙар байрамына ауылыбыҙҙың ағинәйҙәрен, үҙҙәренең өләсәй-ҡартәсәйҙәрен саҡырҙы

Март 12, 2024 Просмотров: 58
Сыңғыз балалар баҡсаhы тәрбиәләнеүселәре 6 март көнө ҡатын-ҡыҙҙар байрамына ауылыбыҙҙың ағинәйҙәрен, үҙҙәренең өләсәй-ҡартәсәйҙәрен саҡырҙы.
Кисә бик йәнле барҙы. Балалар өләсәйҙәргә арнап шиғырҙар hөйләнеләр, йырзар йырланылар, бейеүҙәр бейенеләр, ә ағинәйҙәр үҙ йәһәтендә балаларға онотолоп барған милли уйындар уйнаттылар,өгөт-нәсихәттәр уҡынылар hәм уларҙы тәмлекәс күстәнәстәре менән hыйланылар.
Ағинәйҙәр тәрбиәселәрҙе лә буш итмәнеләр, үҙ ҡулдары менән эшләп алып килгән бүләктәрен тапшырҙылар.
Байрамдан балалар за, ололар ҙа ҡыуанып ҡайттылар.