1. Ученикам
  2. Новости
  3. Яугир-интернационалистар менән осрашыу

Яугир-интернационалистар менән осрашыу

Февраль 17, 2020 Просмотров: 244
Үрге Таулыҡай мәктәбендә хәрби-патриотик тәрбиә айлығы сиктәрендә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 31 йыллығына арнап, яугир-интернационалистар менән осрашыу үтте. Сараға афған яугирҙары Куланбаев Камил Ҡадим улы һәм Имамбаев Хәйҙәр Мәхмүтйән улы килде. Яугир-интернационалистар йәш быуынға фәһемле кәңәштәрен еткерҙе. Ошо һуғышта һәләк булған ауылдашыбыҙ Исмәғилев Рәфҡәт Шәфҡәт улын , яуҙан ҡайтып һәләк булған ауылдаштарыбыҙҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Камил Ҡадим улына һәм Хәйҙәр Мәхмүтйән улына мәктәп етәкселеге иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Был осрашыу мәктәп уҡыусыларында илһөйәрлек тойғоһон үҫтерергә булышлыҡ итте. Балалар яугирҙарҙың сыҙамлыҡ, батырлыҡ, Тыуған илде, туған-яҡындарҙы яратыуы менән генә һуғышты үтеп, герой булып ҡайтыуына инанды.