Йәгеҙ әле, егеттәр!
Февраль 14, 2020
Просмотров: 143
Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығына арнап Үрге Таулыҡай мәктәбендә Сыңғыҙ, Таулыҡай мәктәбе командалары араһында "Йәгеҙ әле, егеттәр!" исемле конкурс үтте. Уҡыусылар бында төрлө яҡлап үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Турникта тартылыу, гер күтәреү, арҡан тартышыу, автоматты йыйып -һүтеү кеүек ярыштарҙа сәмләнеп ярыштылар. Иң сос, зирәк уҡыусылар билдәләнеп үтте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, 1 урынды Үрге Таулыҡай командаһы яуланы.