Мәктәптә 18.01 — 28.01 тиклем теүәл фәндәр декадаһы башланды
Январь 28, 2020
Просмотров: 140
Мәктәптә 18.01 — 28.01 тиклем теүәл фәндәр декадаһы башланды. Уның сиктәрендә Үрге Таулыҡай мәктәбендә география фәненән 6 - 7 - cе кластар араһында "Бәхетле осраҡ" уйыны үткәрелде. Биология һәм география уҡытыусыһы Ҡотосова Гөлсинә Динислам ҡыҙы уйынды йәнле итеп алып барҙы. Ярышта 7-се класс уҡыусылары еңеп сыҡты. Шулай уҡ Үрге Таулыҡай мәктәбенең Буранбай һәм Сыңғыҙ филиалдары уҡыусылары араһында "Матҽматик брейн-ринг" ярышы үттҽ. Уны математика уҡытыусыһы Абыҙгилдин Зөфәр Зәкир улы алып барҙы. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Буранбай мәктәбе уҡыусылары еңеү яуланы.