1. Ученикам
  2. Новости
  3. Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләүселәрҙең халыҡ-ара конкурсы ойошторолдо

Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләүселәрҙең халыҡ-ара конкурсы ойошторолдо

Январь 28, 2020 Просмотров: 157

Өфөлә унынсы тапҡыр «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын яттан һөйләүселәрҙең халыҡ-ара конкурсы ойошторолдо. Эпосты яттан һөйләүселәр араһында республика район-ҡалалары мәктәптәренән тыш, Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән ҡатнашыусылар ҙа булды. Йылдағыса сара төрлө секцияларҙа эшләне. Шулай уҡ, һәр кем милли кейемдәрҙә килергә тырышҡан. Ҡайһы берҙәре кастюмды конкурсҡа махсус тектергән.

Үрге Таулыҡай мәктәбенең 8- се класс уҡыусыһы Һағынбаева Гөлфинә етәксеһе Исхаҡова Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы менән ошо конкурста ҡатнашып "Иң оҫта башҡарыусы" номинацияһында еңеү яулап ҡайттылар.

Киләсәктә Гөлфинәгә тағы ла ижади уңыштар теләйбеҙ.