1. Ученикам
  2. Новости
  3. Үрге Таулыҡай мәктәбендә дөйөм ата – әсәләр йыйылышы үтте

Үрге Таулыҡай мәктәбендә дөйөм ата – әсәләр йыйылышы үтте

Декабрь 2, 2019 Просмотров: 266
Үрге Таулыҡай мәктәбендә дөйөм ата – әсәләр йыйылышы үтте. Был йыйылыш йылдағынан айырылып торҙо. Иң башта мәктәп директоры Сәлихов Рауил Әхмәҙиә улы ата – әсәләрҙе тәбрик иткәндән һуң улар спорт залына юл алды. Унда физик тәрбиә уҡытыусыһы Баййегетов Ғәзиз Йыһанур улы 2-5 – се класс уҡыусыларының йыйылма командаһынан “Күңелле старттар» ярышын үткәрҙе. Артабан улар мәктәпкәсә йәштәге төркөм менән таныштылар. Залда иһә ата – әсәләрҙе күптән түгел мәктәптә үткән “Пушкин балы» кисәһенән өҙөк, 7-9 класс уҡыусылары башҡарыуындағы вальс көтә ине. Кисәнең киләһе өлөшөндә уларға уҡыусылар, мәктәпкәсә йәштәге төркөм тәрбиәләнеүселәре, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән матур сара – концерт күрһәтелде. 
Йыйылыштың көн тәртибенә мәктәптең уҡытыу – тәрбиә эшенә анализ, электрон көндәлек менән эшләү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре кеүек көнүҙәк темалар сығарылды. Ата – әсәләргә электрон көндәлек менән эшләү тәртибе тураһында информатика уҡытыусыһы Баййегетов Урал Нурбәк улы бик ентекле белешмә бирҙе. Йыйылыш барышы менән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.