1. Ученикам
  2. Новости
  3. КӨҘГӨ БАЛ – 2019

КӨҘГӨ БАЛ – 2019

Ноябрь 11, 2019 Просмотров: 197
8 ноябрь Үрге Таулыҡай мәктәбендә, Сыңғыҙ филиалында «КӨҘГӨ БАЛ – 2019” байрамы үтте. Үткәрелгән сарала 1-9 класс уҡыусылары ҡатнашты. Үрге Таулыҡай мәктәбендә ул "Алтын көҙҙөң - алтын уңышы" исеме аҫтында үтте. Был сарала уҡытыусылар, уҡыусылар, ата - әсәләр бик әүҙем ҡатнашты. Һәр ярыш төрөнә барлыҡ клас уҡыусылары ла бик матур итеп әҙерләнгән ине. Ярыш сәмле һәм йәнле барҙы. Йәшелсә һәм емеш - еләктәрҙән эшләнгә композизиялар ҙа бик бай ине. Үткәрелгән сара бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Был сарала актив ҡатнашҡан уҡыусыларға, класс етәкселәренә, ата - әсәләргә ҙур рәхмәт!
Сыңғыҙ мәктәбендә лә был сара бик матур үтте. Уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, конкурстарҙа көстәрен һынанылар.

Көҙгө бал - 2019.pdf

Открыть Скачать (Размер 316 Kb) Тип файла: pdf