Белем көнө
Сентябрь 16, 2019
Просмотров: 252
Белем көнө барыбыҙҙың да көтөп алған байрамы. Был көндө мәктәп шат тауыштарға күмелде. Мәктәбебеҙгә тәүге тапҡыр 4 малай һәм 4 ҡыҙ аяҡ баҫты. Уларҙы ҡотларға район администрацияһынан, ауыл администрацияһынан, колхоз идараһынан ҡунаҡтар килде. Балалар баҡсаһынан кескәй дуҫтары ла уларҙы ҡотланы. Байрам бик күнелле шарттарҙа үтте.