Балаларҙы яҡлау көнө һәм йәйге һауыҡтырыу лагерын асыу тантанаһы
Июнь 3, 2019
Просмотров: 272
Таулыҡай мәктәбендә 1 июнь балаларҙы яҡлау көнөнә һәм йәйге һауыҡтырыу лагерын асыу тантанаһына арнап педагогик коллектив һәм ир-егеттәр ҡоро менән берлектә балалар һабантуйы уҙғарылды. Шул уҡ ваҡытта ” Аманатҡа яҙыл да-бүләк ит” - акцияһы үткәрелде. Акция барышында 3 класс уҡыусылары тулыһынса яҙылды һәм һәр уҡытыусы балаларға “Аманат” яҙмаһын бүләк итте. (Бөтәһе 15 дана “Аманат” яҙмаһы тапшырылды).
Спонсор булған ауыл халҡына, уҡытыусылар коллективына, Ғәлим һәм Марат Оморҙаҡовтарға айырым рәхмәт.
Сараға йәштәрҙең, ауыл халҡының, өлкән быуын кешеләренең ҡатнашыуы оло мәртәбә өҫтәне.
Спонсор булған ауыл халҡына, уҡытыусылар коллективына, Ғәлим һәм Марат Оморҙаҡовтарға айырым рәхмәт.
Сараға йәштәрҙең, ауыл халҡының, өлкән быуын кешеләренең ҡатнашыуы оло мәртәбә өҫтәне.