Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә Яңы йыл байрамы
27 декабрь Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә шаулап - гөрләп Яңы йыл байрамы булып үтте.
Балаларға алып барыусылар - Гөлдәр Гөлбәйетова һәм Әлиә Хәмитова, Аждаһа - Мораҙым Бикҡолов, Шүрәле- Айҙар Бикмөхәмәтов, Кәзә- Арсен Мәхмүтов һәм ҡар бөртөктәре- Гөлдәриә Ғәйетбаева, Наҙгөл Халиҡова, Яҙгөл Хәсәнова, Эльвина Уразбаева ҡатнашлығында " Аждаһа йылын көткәндә” исемле тамаша тәҡдим ителде. Әкиәт барышында балалар яңы йыл йырҙары башҡарҙылар, уйындарҙа күңелле ҡатнаштылар, бҽйҽүҙәр бейенеләр. Көтөп алған төп ҡунаҡтарыбыҙ Ҡыш бабай - Буранбай Буранбаев мҽнән Ҡарһылыу - Гөлфинә Буранбаева матур ҡотлауҙарын ҽткҽрҽп, бүләктәрҽн таратты, байрамыбыҙҙы йәнләндҽрҙҽләр. Иң мөһим тҽләк - илҽбҽҙгә имҽнлҽк тҽләнҽк.
Сара барышында һәр балаға костюмдар өсөн бүләктәр таратылды, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы һәм яҡшы уҡыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.Шулай уҡ, ауылыбыҙҙың ағинәйе Дамира Усманова ғаиләһе исеменән уҡыу алдынғыларына аҡсалата премия тапшырҙы.Был премияға башланғыс кластарҙан - Әмирхан Мәхмүтов менән Айгөл Буранбаева, өлкән кластарҙан Айназ Гөлбәйетов менән Әлиә Хәмитова лайыҡ булды.Уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар, Усмановтарға ғаилә бәхете, һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Шулай уҡ алдан иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһалды.