1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Май 14, 2019 Просмотров: 229

Был матур сара Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә берҙәм көндә үткәрелә. Диктант 2019 йылдың 18 майында уҙғарыла. Ул Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Диктантты үткәреүҙең төп майҙансыҡтары: “Башҡорт дәүләт университеты” юғары белем биреүсе федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһының төп уҡыу корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32) 2-се аудитория (башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн), 1-се аудитория (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн), “М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты” юғары белем биреүсе федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһының 2-се корпусындағы (Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3а) 202-се аудитория (башҡорт телендә ирекле һөйләшкәндәр өсөн), 206-сы аудитория (башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн),  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 43). Диктанттың рәсми сайтында рәсми майҙансыҡтарҙан тапшырыу алып барыла.

Альтернатив майҙансыҡтар “Башҡорт дәүләт университеты” юғары белем биреүсе федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы филиалдарында, Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙәге дөйөм, урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениеларында ойошторола.

Башҡалабыҙҙа, диктант яҙырға теләүселәргә, “Арт клубы” (Карл Маркс урамы, 37/1-се корпус, 310-сы кабинет), башҡорт телен өйрәнергә йөрөүселәр, Территория 3000, “ Ҙур Нәнәй” (Менделеев урамы, 134/7, 3-сө ҡат, А и Б инеү урыны), башҡорт телен өйрәнә башлағандар, “Радость есть” кафеһында (Пушкин урамы, 94) башҡорт телен яҡшы белгәндәр өсөн майҙансыҡ ойоштороласаҡ. Ә инде республикабыҙҙың төрлө райондарында, күрше өлкәләрҙә, Силәбе, Пермь, Ҡазан, Мәскәү, Санкт- Петербург, Казахстан, хатта Америка Ҡушма Штаттарында, Канадала, Германияла, Төркиәлә, Францияла,  Англияла йәшәүсе беҙҙең башкорт егеттәре һәм ҡыҙҙары диктант яҙыуҙы үҙ аллы ойоштора, уҙенең дикторын һайлап  йәки төп майҙансыҡтан барған онлайн трансляцияға ҡушылып  яҙасаҡ.

Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү.

Диктанттың бурыстары:

– теләге булған һәр кемгә Диктант барышында үҙенең белем кимәлен билдәләү мөмкинлеген биреү;

– башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү;

— телмәр һәм яҙма коммуникацияның модалы һәм заманса алымы булараҡ башҡорт телен популярлаштырыу;

– башҡорт телен өйрәнеүгә ылыҡтырыу.

Диктанттың девизы: “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”.

Диктант түбәндәге кимәлдәрҙә ҡатнашыуҙы күҙаллай:

– башҡорт телен яңы өйрәнә башлау кимәле;

– башҡорт телендә ирекле һөйләшеү кимәле.

 Тулыраҡ мәғлүмәт диктанттың сайтында: http://bashkdictant.ru