1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған саралар

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған саралар

Март 16, 2019 Просмотров: 208

14 март көнө беҙҙең мәктәптә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Театр йылына арнап,  Нефтекама дәүләт филармонияһының “Ҡәрҙәштәр” эстрада төркөмө артистары менән йәнле осрашыу үткәрелде. Осрашыу ваҡытында уҡыусылар Республиканың флагы, башҡорт халыҡ йырҙары, милли музыка ҡоралдары ҡурай, ҡумыҙ  тураһында белемдәренә байҡау яһанылар, артистарҙан тәмлекәстәр алдылар. Йырсылар Р. Иҙелбаева, А. Ҡарасурин, Р. Алтыншин, С. Ғималова, И. Халикова моңло йырҙарын, виртуоз ҡурайсы И. Исҡужин ҡурай моңдарын, Ю. Ноғоманов, Г. Ҡунаҡҡолова дәртле бейеүҙәрен уҡыусыларға, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, кескәйҙәргә бүләк иттеләр. Концертта ата-әсәләр комитеты ла ҡатнашты. Килгән ҡунаҡтарға мәктәп директоры Салихов Рауил Әхмәҙиә улы һәм ата-әсәләр комитеты рәйесе Оморҙаҡова Рәүилә Ишмулла ҡыҙы оло рәхмәттәрен белдерҙеләр.