1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт ғаиләһе көнө

Башҡорт ғаиләһе көнө

Март 2, 2019 Просмотров: 217

Бөгөн, 1.03.2019, Таулыҡай мәктәбендә "Башҡорт ғаиләһе көнө"нә арналған "Атай-ил тотҡаһы" исеме аҫтында атайҙар конференцияһы уҙғарылды. Ғаилә көнөнә арнап мәктәп директоры Рауил Салихов барса атайҙарҙы тәбрикләне һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Атайҙарҙы ҡотлап мәктәпкәсә балалар төркөмө тәрбиәләнеүселәре, башланғыс һәм урта класс уҡыусылары сығыш яһаны. Был сарала Баймаҡ үҙәкләштерелгән психологик үҙәк директоры Эльвира Ирек ҡыҙы фәһемле доклад менән сығыш яһаны. Сарала атайҙарҙың әүҙем булыуы ҡыуандырҙы. Үҙҙәренең фекерҙәре менән физкультура уҡытыусыһы Ғәзиз Байегетов, ҡартатай булараҡ хеҙмәт ветераны Рамаҙан Сәғәҙәтов, Камил Яхиндар сығыш яһаны. Уҡытыу - тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Әлфиә Исхакова мәктәптең уҡытыу - тәрбиә эше менән таныштырҙы. Ошондай уҡ саралар Сыңғыҙ һәм Буранбай филиалдарында ла үткәрелде, өс мәктәптә лә атайҙар советы һайланды, пландар ҡабул ителде. Иркен рәүештә атайҙар ауыл һәм мәктәп проблемаларын уртаға һалып кәңәшләштеләр.