1. Ученикам
  2. Новости
  3. Традиционные соревнования на приз директора школы

Традиционные соревнования на приз директора школы

Март 1, 2019 Просмотров: 295

22 февраль физик тәрбиәне һәм спортты популярләштереү маҡсатында бишенсе йыл рәттән Таулыҡай мәктәбе директоры кубогына: волейбол, ҡул көрәше, гир күтәреү буйынса ярыштар уҙғарылды. Был ярышта I-Эткол , Бурнабай, Сыңғыҙ, Таулыҡай, Ниғәмәт, II-Эткол һәм Иҫке Сибай ауылдарынан бөтәһе 8 команда ҡатнашты. Ярыш бик ойошҡанлы һәм көсөргәнешле барҙы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса кубокты Ниғәмәт командаһы яуланы, зонаның уҡытыусылар командаһы 2-се урын, Иҫке Сибай командаһы 3-сө урын, Сыңғыҙ мәктәбенең уҡыусылар командаһы 4-се урын, Сыңгыҙ ауылының йәштәр командыһы 5-се урын, Таулыҡай ауылы командаһы 6-сы урын, I-Эткол командыһы 7-се урын һәм Буранбай команалары 8-се урынды бүлештеләр. Ҡул көрәше буйынса 1-се урынды Тулыбаев Рәмил яуланы, гир күтәреү буынса Сафин Ильясҡа тиңләшеүсе булманы. Был сара барышында шашка уйындары, 8-се һәм 9-сы класс уҡысылары тарафынан кафе һәм сауҙа ойошторолдо. Сараға йәм өҫтәп эшҡыуар Рәшиҙә Байегетова ла сауҙа ойошторҙо. Мәктәп ашһанаһында туҡланыу өсөн кафе ойошторолдо. Мәктәп директоры булараҡ командаларға, спорт һөйөүселәргә, һәм ошо сараны ойоштороуҙа ярҙам итеүсе физкультура уҡытыусылары Байегетов Ғәзиз Йыһанур улына, Буранбаев Рәшит Мөхәмәт улына, Аралбаев Фәннүр Фәррәх улына, Байым мәктәп директоры Вәлитов Әхийәр Әхмәтйән улына, Кәрешкә мәктәбенән Салихов Авзал Хәсән улына, Сибай ҡалаһынан Салихов Сирғәле Нурғәле улына, үҙебеҙҙең уҡыусыларға, педагогик коллективҡа һәм ошо сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтемде белдерәм! Хоҙай барығыҙғала сәләмәтлек, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы һәм фани тормошта именлектәр насип итһен.