1. Ученикам
  2. Новости
  3. Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе

Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе

Декабрь 14, 2018 Просмотров: 160

Ғаилә йылын йомғаҡлау сиктәрендә беҙҙең мәктәптә “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе” исемле күңелле байрам сараһы үтте. Илшат, Гөлназ Сәғәҙәтовтар, Гөлсәсәк, Ҡәнзәфәр Ғөлбәйетовтар, Айгөл, Фуат Сәғәҙәтовтар, Миңлегөл, Илшат Ғәлиндар, Сөмбөл, Хәйҙәр Сәйетовтар, Гөлфиә, Айбулат Сәғәҙәтовтар, Динә, Радик Яҡуповтар улдары, ҡыҙҙары менән ике командаға бүленеп, төрлө спорт ярыштарында үҙҙәренең сослоҡтарын, маһирлыҡтарын күрһәттеләр. Ярыш бик сәмле, ҡыҙыу барҙы.

“Ҡыйыуҙар” һәм “Бәхетле бала саҡ” командаларына иҫтәлеккә бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ярыш һөҙөмтәләрен ата-әсәләр комитеты ағзалары баһаланы.

Ярышты ойоштороусы мәктәп директоры Р.Ә. Сәлиховҡа, тәрбиә эшен ойоштороусы З.С. Сәитоваға, ата-әсәләр комитетена, физкультура уҡытыусыһы Ғ.Й. Баййегетовҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.