Әлифба китабы менән хушлашыу байрамы
Май 7, 2018
Просмотров: 195
Үрге Таулыҡай мәктәбендә 1 класс уҡыусылараның Әлифба китабы менән хушлашыу байрамы үткәрелде. Кисә «Рәхмәт һинә, Әлифба!» исеме аҫтында үтте. Сарала уҡытыусылар, ата - әсәләр ҡатнашты. Байрам барышында уҡыусылар яттан шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланылар, ҡунаҡтарға төрлө яҡлап һөнәрҙәрен күрһәттеләр.