1. Ученикам
  2. Новости
  3. ЗАПК - асыҡ ишектәр көнө

ЗАПК - асыҡ ишектәр көнө

Март 28, 2023 Просмотров: 156
Һөнәр һайлау бик етди мәсьәлә. Мәктәпте тамамлағас ҡайҙа уҡырға барырға, нисек итеп ғүмерең буйына яратып шөғөлләнерлек һөнәргә эйә булырға?..
9 класты тамамлаусы һәр уҡыусыны шундай һорауҙар борсой. Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан Урал аръяғы аграр профессиональ колледжында үткәрелгән асыҡ ишектәр көнө шул һорауҙарға яуап бирҙе. Зәйнуллин Илдус Әдиф улы етәкләгән бик эшлекле, алсаҡ коллектив сығарылыш уҡыусыларын ихлас ҡаршы алып, йылы аш менән һыйлап, колледж һәм мастерскойҙарға экскурсия ойошторҙо. Заманса башҡарылған ремонт эштәре барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырҙы. Уҡытыу-тәрбиә эштәренең юғары кимәлдә булыуы, һәр студентҡа шәхсән иғтибарлы булыуҙары был уҡыу йортона ылыҡтырып тора.