Йәгеҙ әле, егеттәр!
Февраль 21, 2022
Просмотров: 515
Үрге Таулыкай мәктәбендә "Йәгеҙ әле, егеттәр!" конкурсы үтте. Унда мәктәптең 7-9-сы класс уҡыусылары ҡатнашты. Егеттәр бында үҙҙәрен төрлө яҡлап һынай алды. Турникта тартылыу, сафта үҙеңде тотоу, автоматты йыйып-һүтеү кеүек ярыштар бөтәһен дә сәмләндерҙе. Спорт яратҡан уҡыусылар һис тә юғалып ҡалманы, киреһенсә, көйәрмәндәргә күтәренке байрам кәйефе бүләк итте. Йәштәрҙең ошолай илһөйәр рухлы, тормошҡа әүҙем ҡарашлы булыуҙары маҡтауға лайыҡ.