“Йәшел Башҡортостан” акцияһы

Апрель 27, 2019 Просмотров: 278

Республика Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостанда “Йәшел Башҡортостан” акцияһы иғлан ителде. Шул йәһәттән “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” девизы аҫтында үткәрелгән был акцияны Таулыҡай мәктәбе коллективы һәм мәктәп уҡыусылары дәррәү күтәреп алдылар. Шулай уҡ беҙгә ауылдың хөрмәтле имам-хатибы Ҡотосов Фәрит Фазулла улы, ауылдың ир-егеттәр ҡоро етәксеһе Оморҙаҡов Ғәлим Марат улы, ата-әсәләр комитеты рәйесе Оморҙаҡова Рәүилә Ишмулла ҡыҙы был сараға ихлас ҡушылдылар. 
Был изге эш ауылдың имам-хатибы Фәрит Фазулла улының фатихаһы менән башланып китте. Акцияға ярашлы мәсет һәм ауыл паркына 2000 төп ағас ултыртылды һәм ошо йомала, 26 апрель тағын да 1200 төп ағас ултыртыртылды.

Беҙгә ағас үҫентеләре алыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән урман хужалығы белгесе, беҙҙең мәктәп сығарылыш уҡыусыһы Дәүләкәнов Зөлфәт Тәлғәт улына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, уларға һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете теләйбеҙ. 

Ауылыбыҙҙы йәшелләндереүҙә, уны таҙа тотоуҙа бар көсөбөҙҙө йәлләмәйек! 

Ерҙең йәме –Ерҙең мәңгелеге, 
Намыҫында һәр бер кешенең. 
Ер бит-беҙҙең аҫыл гөл-баҡсабыҙ, 
Ер-донъяның алтын бишеге.