Атайҙар беҙҙә ҡунаҡта

Февраль 21, 2023 Просмотров: 143
Хәрби-патриотик айлығы сиктәрендә Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9- сы класс уҡыусылары үҙҙәренең атайҙарын ҡунаҡҡа саҡырҙылар. "Йәш һалдат мәктәбе" темаһына бик үҙенсәлекле класс сәғәте үтте. Барлыҡ уҡыусыларҙың  да атайҙары илебеҙҙең төрлө нөктәләрендә әрме сафтарында хеҙмәт иткәндәр. Улар уҡыусыларға  хеҙмәт итеүҙең үҙенсәлектәре, мөһимлеге, тәртип тураһында һөйләнеләр, тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар, балаларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр. Ә буласаҡ һалдаттар-уҡыусы егеттәр төрлө  һынауҙар үтте:  "Һалдат иртәһе",  "Аҡланды миналарҙан таҙартыу",  автоматты тиреп-ҡороу кеүек физик көс, иғтибар, етеҙлек, тартип талап иткән уйындарҙа ҡатнаштылар. Кисәнең аҙағында мәктәп ашнаҡсылары әҙерләгән "Һалдат бутҡаһы", тәмле сәй менән һыйландыҡ. Осрашыуға килгән Баййегетов Рөстәм Әмир улына, Ғәлин Илшат Ирмәк улына, Ғүмәров Рәғип Рәшит улына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.