Башҡорт теле көнө

Декабрь 15, 2022 Просмотров: 223
Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә.

Ошо уңайҙан ауылыбыҙҙың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы  менән берлектә  “Туған телем – наҙлы гөлөм” исемле сара ойошторолдо. Байрам “Ағинәйҙәр” ойошмаһының етәксеһе Гөлнур Моратша ҡыҙының ҡотлау һүҙҙәре менән башланып китте. Ул үҙенең сығышында ойошманың эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаһы  Рәйсә Сәфәрғәле ҡыҙы башҡорт халыҡ кейемдәренең, һауыт-һабаларының тарихы менән таныштырып үтте. Зифа апай Ғүмәрова ижад иткән мөнәжәтте йырланылар, телгә арналған шиғырҙар һөйләнеләр. Сара барышында “Кем тиҙерәк”, “Уйла, тап”  ярыштары үткәрелде. Байрам һуңында уҡыусылар башҡарыуында  “Башҡорт теле” йыры яңғыраны. Уҡыусылар “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары әҙерләгән яңы йыл күстәнәстәре алып ҡыуандылар.
            
Уҡыусылар ауыл китапханасыһы Зилә Азаматовна башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдар күргәҙмәһе һәм улар буйынса викторина ойошторҙо. Бәйге бик сәмле барҙы. Һәр бер уҡыусы татлы приз алып ҡыуанды.
            
Башҡорт теле көнөнә уңайынан  7-се класта “Туған телем – наҙлы гөлөм”, 8 һәм 9-сы кластарҙа “Башҡорт теле- наҙлы әсәм теле” класс сәғәттәре үткәрелде.